Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевтың «Ырыҫ» поэмаһына арналған ижади кисә үтте. Сара «Ағиҙел» журналының 100 йыллығына арнала.
«Ырыҫ» Ҡәҙим Аралбаевтың 30-сы поэмаһы. Ижад емешенең нигеҙендә көтөүсе яҙмышы ята, әммә әҙәби әҫәр уның хаҡында ғына түгел. Төп геройҙың йәшәйеше, донъяға ҡарашы аша сәйәси, иҡтисади проблемалар ҙа, коррупция менән көрәш тә, халҡыбыҙҙың йолалары ла, ғөрөф-ғәҙәттәре лә сағылыш таба. «Ырыҫ» үҙенсәлекле жанрҙа, повесть-поэма форматында яҙылыуы менән дә үҙенсәлекле. Шулай уҡ әҙәби әҫәр тел байлығын һаҡлау, быуындан-быуынға тапшырыу йәһәтенән дә оло әһәмиәткә эйә, поэмала көндәлек телмәрҙә һирәк ҡулланылған, юғалып барған һүҙҙәр йыш осрай, әҫәр халыҡсан, һутлы тел менән яҙылған.
Кисә «Ағиҙел» журналының 100 йыллығына арналыуы ла осраҡлы түгел. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың поэмалының төп өлөшө тап ошо журналда донъя күргән. «Ырыҫ» поэмаһы ла 2022 йылдың ноябрь һанында баҫылып сыҡҡан. «Ағиҙел» дең баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин әйтеүенсә, Ҡәҙим Аралбаевтың һәр ижад емешен асыш тип әйтергә мөмкин. Авторҙың әҫәрҙәре әҙәби йәһәттән генә түгел, тарихи, фәнни күҙлектән дә оло әһәмиәткә эйә.