«Ерҙең даны ирҙән!» Тап ошо исем аҫтында Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында ир-азаматтар форумы үтте. Сараға Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан делегациялар саҡырылды.
Башта ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалыуҙа ҡатнашты, Ветерандар аллеяһын ҡараны. Артабан мәҙәниәт йортонда улар урындағы умартасылар, ағас оҫталары, быйма баҫыусыларҙың эштәренә шаһит булды. Һәр кем үҙ кәсебе, шөғөлө менән таныштырҙы. Йыр-моңға маһир көслө заттар концерт ҡуйҙы.
«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы сиктәрендә ойошторолған форумда түңәрәк өҫтәлдәр ҙә уҙғарылды. Эшлекле һөйләшеүҙәр барышында Хәйбулла районының һәр ауылында ирҙәр ҡоро булдырыу, сәләмәт тормош алып барыу ҡарарҙары ҡабул ителде.