Рәсәй ауыл хужалығы техникалары баҙары күләмле үҙгәртеп ҡороу кисерәДилерҙар Ватан тауарҙарына йүнәлеш тота, ә етештереүселәрҙең инновация һәм юғары һөҙөмтәле агрегаттары көнбайыш өлгөләренә конкуренция тыуҙырырға һәләтле. Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең 18 заводының ышаныслы ауыл хужалығы техникалары менән «Башсельхозтехника» компанияһының бишенсе тармаҡ күргәҙмәһендә танышырға мөмкин.
Республика ауыл хужалығы үҫеше тарихы - фотоһүрәттәрҙә һәм уникаль архивта. Музей йыл һайын ойошторолған тармаҡ күргәҙмәләре кеүек үк «Башсельхозтехника» компанияһы тарихының бер өлөшө. Бында юғары етештереүсәнле машиналар һәм Рәсәй, яҡын сит илдәр заводтарының ҡоролмалары урын алған.
Петербургтың ҡеүәтле «Кировец» тракторы күргәҙмә ҡунаҡтарында, айырыуса профиль йүнәлештәге уҡыу йорттары студенттарында ҡыҙыҡһыныу уятты. Һәр техниканың капоты аҫтында йөҙәрләп ат көсө. Ә уңайлығы һәм сифаты буйынса сит ил аналогтарынан бер ҙә ҡалышмай.
«Башсельхозтехника»ның етештереүсе-заводтар менән оҙайлы партнерлығы республика аграр хужалығын заманса техника менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, «МТЗ» тракторы компанияның етештереү цехында йыйыла. Ҡулланыусылар билдәләүенсә, улар оҙағыраҡ хеҙмәт итә. Субсидия программаһы иҫәбенә арзаныраҡ та.
Тармаҡ күргәҙмәһе «Башсельхозтехника» предприятиеһы биләмәһендә 25 мартҡа тиклем эшләй. Бындай саралар - көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү, автопаркты отошло хаҡҡа ваҡыт менән һыналған яңы техника менән тулыландырыу өсөн яҡшы мөмкинлек.