"Салауат Юлаев"тың киләсәге йәш хоккейсылар ҡулында

Билдәле хоккейсы һәм тренер Вячеслав Быков шулай тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, йәштәр клубта булған йолаларҙы дауам итә. Шуға уларҙы составҡа саҡырыу һәр тренерҙар штабының бурысы. Тиҙ һөҙөмтә көтөргә кәрәкмәй, әммә таланттар бар. Йәштәргә юл асырға кәрәк, - тине ул. Вячеслав Быков етәкселегендә "Салауат Юлаев" 2011 йылда Гагарин Кубогын яуланы. Быйыл юлаевсылар Кубок  өсөн көрәштең тәүге этабында төшөп ҡалды.