Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай марттағы пленар ултырышта ҡанун проектын тулыһынса ҡабул итергә ниәтләй. Документҡа ярашлы, аттракциондарҙы файҙаланыу һәм техник торошон тикшереү өсөн төбәктәге дәүләт күҙәтеү органы яуаплы була. Законға бындай үҙгәреш хәүефһеҙлекте көсәйтеү маҡсатынан әҙерләнгән. Ҡанун парк миҙгеле башланғансы көсөнә инергә тейеш.