Башҡортостанда льготалы лизинг программаһы буйынса беренсе туристик автобус тапшырылды

Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килешеү төҙөлдө. 11,5 миллион һумға 53 пассажирға иҫәпләнгән ҙур автобус һатып алынды. “Төбәк лизинг компанияһы” туристик ойошмалар өсөн киләсәктә тағы бер нисә транспорт алырға ниәтләй. “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” һәм “Мәктәп туризмы” программалары буйынса маршруттарҙа яңы автобусты файҙаланыу ҡарала, тип белдерәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.