Рәсәй һәм Ҡырым. Туғыҙ йыл бергә

9 йыл элек  Ҡырымда Рәсәйгә ҡушылыу буйынса референдум уҙа. Унда электораттың 96 проценттан ашыуы Рәсәй составына инеү яҡлы була. Тарихи ваҡиғаға бәйле ярымутрауҙа төрлө байрам саралары үтә. 16 мартта референдум көнө билдәләнһә, 18 март Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәй составына инеү буйынса Мәскәүҙә килешеүгә ҡул ҡуйыу көнө. Бөгөн республика кинозалдарында  Алексей Пимановтың “Ҡырым” тигән” фильмы күрһәтелә. Ул 2017 йылда төшөрөлгән. Нәфис фильмда Ҡырымдың ҡушылыуына ҡағылышлы ваҡиғалар һүрәтләнә.