Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында атмосфера сифатына иғтибар арта. Экология форумы барышында сәнәғәт ойошмалары менән дүрт яҡлы килешеү төҙөлә. Инвестиция проектына ярашлы ҡалаларҙа һауа таҙалығын тикшереү буйынса автоматик датчиктар урынлаштырыла.