Радий Хәбиров мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Документҡа ярышлы, быйыл республикала 30 мәҙәниәт хеҙмәткәренә берәр миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләнә. Һүҙ профессиональ белеме булған дәүләт һәм муниципаль мәҙәни учреждениелар, шулай уҡ балалар музыка, художество хореография һәм сәнғәт мәктәптәре белгестәре тураһында бара. Түләүгә 2021 йылдан ауыл еренә йәки бәләкәй ҡалаға эшкә килгән белгестәр дәғүә итә ала. Пособиены бүлеү тәртибе һәм шарттарын ай дауамында Республика Хөкүмәте әҙерләргә тейешле.