Өфөнөң 159-сы белем биреү үҙәгендә педагог һөнәрен һайлаған һөнәр эйәләренең фестивале үтте

Алты династия вәкилдәрен Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников тәбрикләне. Фестиваль уҡытыусы һөнәренең йәмғиәттә тотҡан ролен асты, йәштәр араһында педагог һөнәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылынан Насировтарҙың уҡытыусылыҡ эшен ҡыҙҙары Лилиә менән Рузилә дауам итә.

Өфөнөң Октябрь районында дөйөм педагогик хеҙмәт стажы 800 йылға еткән ғаилә династиялары ла бар. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Почетлы мәғариф верерандары Миңһылыу менән Альберт Алмаевтар баш ҡаланың 127-се мәктәбендә 30 йылдан ашыу эшләй. Туғандары, үҙе лә уҡытыусылар ғаиләһендә үҫкән Розалиә Кәримова ла педагог һөнәрен һайлаған, ул 308-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.