Бөгөн БЮТ каналында Азат Саҙрыевтың «Үҙебеҙҙекеләр» исемле автор фильмы эфирға сыға

Ҙур премьера. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында хәбәрсебеҙ Азат Саҙрыевтың «Үҙебеҙҙекеләр» исемле автор фильмы эфирға сыға. Донбассҡа сираттағы командировка ваҡытында ул бер айҙан ашыу беҙҙең хәрбиҙәр менән оборонаның алғы һыҙығында була, махсус хәрби операция биләмәһендә башҡорт батальондарының рухи остаздарының ниндәй миссия үтәүен һәм Башҡортостандан гуманитар йөктең адресаттарына нисек барып етеүе менән таныштыра. «Үҙебеҙҙекеләр» фильмының премьераһы бөгөн республиканың төп телеканалында төнгө сәғәт 11-ҙә башлана.