«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса егерме мең пенсионер республика буйлап сәйәхәткә сығасаҡ

Экскурсия маршруттары күп төрлө, мәҙәни-танып белеү, әүҙем, һауыҡтырыу, ҡатнаш турҙар бар. Бөгөн иллегә яҡын кеше Бөрөнөң иҫтәлекле урындары, музейҙары менән танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектында ҡатнашыусылар Өфөнән Бөрөгә уңайлы автобуста килеп етте. Сәғәт ярымлыҡ юл, алыҫ та түгел. Әммә күптәр экскурсия ойоштороласаҡ ҡала урамдары буйлап тәүгә үтәсәк. Архитектура ҡомартҡыларына бай биләмә менән танышыу тарих музейынан башланды. Учреждение архивында 19-20 быуаттарға ҡараған ҡиммәтле документтар, күргәҙмә залдарында ун меңдән ашыу экспонат тупланған. Бөрө ҡәлғәһен булдырыу тураһында Указдың күсермәһе, шулай уҡ күләмле төҙөлөштөң макеты ла урын алған.

1663 йылда нигеҙ һалынған ҡаланың үҫеше музейҙың башҡа залдарында ла асыҡ сағылыш таба. Эскурсия барышында Өфөнән килгән сал сәсле туристарҙы бай этнографик материал, милли кейемдәр, сауҙәгәрҙәрҙең көнкүреш әйберҙәре менән дә таныштырҙылар.

Утыҙ йыллыҡ тарихы булған учреждение биләмәһе лә заманса төҙөкләндерелгән. Ял итеүселәр өсөн эскәмйәләр ҡуйылған, фотозона булдырылған. Мауыҡтырғыс экскурсия «Сауҙагәр Чирков кибете» интерактив музейында дауам итте. Бында 19-20 быуаттарға ҡараған йорт йыһаздары, һауыт-һаба урын алған. Экспонаттарҙы ҡул менән тотоп ҡарарға мөмкин. Өлкән йәштәгеләр айырыуса совет осорона ҡараған залға инеп, бала саҡ, йәшлек йылдары хәтирәләренә ҡайтҡандай булды. Музейҙа улар тәбиғи таштан биҙәүес яһау буйынса оҫталыҡ дәресендә лә ҡатнашты.

Музейҙан һуң экскурсия ҡаланың Октябрь майҙанында дауам итә. Элек ул Троицк тип аталған һәм был биләмәлә 19-сы быуат аҙағында ҙур йәрминкәләр уҙғарылған. Был йола бөгөн дә дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡтарҙы сауҙагәр һәйкәле ҡаршы ала.

Баҡыр скульптураның бейеклеге ике метрҙан ашыу. Ғорур ҡарашлы ир янында һандыҡ һәм эт тә һынландырылған. Һәйкәл янында сауҙа рәттәре теҙелгән. 19-сы быуат менән сағыштырғанда, әлбиттә, уларҙың һаны күпкә кәмерәк. Йүнселдәр, фермерҙар ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итә, йәйгеһен иһә кибеттәр Бөрө алмалары менән тулы. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты сиктәрендә экскурсия маршруты мәҙәни мираҫ объекттары, сиркәүҙәр аша ла үтә.

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты 2020 йыл көҙ старт алғайны. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса быйыл программала ҡатнашыусылар һаны ике тапҡырға арттырылды. Йәғни егерме мең пенсионерға тыуған яҡ буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирелә.

Гөлназ Хәйбуллина