Башҡортостандан бер төркөм табиптар балаларҙы дауалау өсөн Донбассҡа юлланды

Алыҫ сәфәргә сығыусыларҙың һәр береһе үҙ теләге менән Луганс Халыҡ Республикаһының Ровенька ҡалаһында йәшәүселәргә ярҙам итергә ҡарар итә. Бригада составына 6 урта медицина персоналы һәм төрлө йүнәлештәге 11 табип ингән. Атап үткәндә, педиатр, эндокринолог, хирург, кардиолог, невролог, офтальмолог һәм башҡалар. Делегация составында республиканың төрлө төбәктәренең аҡ халатлылары бар. Башҡортостандың медицина десанты ай ярым дауамында урындағы йәш пациенттарҙы дауалаясаҡ.