Мишкә районында агрономия конференцияһы уҙҙы

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы үҫеше тәү сиратта хеҙмәт кешеһен һәм шәхси бизнесҡа ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк. Был турала Мишкә районында уҙған агрономия конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

Осрашыу барышында инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү мөһимлеге билдәләнде. Башҡортостанда агроинвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыуға бәйле, былтыр өлкәлә инвестициялар күләме ике тапҡырға артҡан, бөгөн 64 проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Әйтәйек, «Уңыш» компанияһының орлоҡсолоҡ үҙәге йыл һайын 30 мең тонна сифатлы орлоҡ етештерә, был республикала талап ителгән күләмдең 10 проценты. Яҙғы сәсәү темаһы ла ситтә ҡалманы. Әңгәмәлә ҡатнашыусылар техниканы әҙерләү, орлоҡтар тәьминәте, ҡоротҡостарҙан һаҡланыу саралары һәм башҡа мәсьәләләрҙе барланы.