Башҡортостанда инвесторҙар өсөн бөтә шарттар бар

Был турала  Радий Хәбиров белдерҙе. - Санкция баҫымы шарттарында ла Башҡортостан инвесторҙар өсөн  уңайлы төбәк.  2022 йылда иҡтисадҡа 9 процентҡа күберәк аҡса индерелде. Республикала биш йылдам үҫеш биләмәһе, 18 индустриаль парк, 12 технопарк бар. "Алға" махсус иҡтисади биләмәһе  икенсе  йыл рәттән  иң тиҙ үҫешеүселәр рәтенә инде. Эшҡыуарҙарҙың бюрократияға  бәйле проблемалары тиҙ хәл ителә, бизнес  вәкилдәре  беҙҙең менән эшләргә  теләй, - тине  Республика  Башлығы.