Төйәләҫ йылғаһы буйын айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә индереү мәсьәләһе Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән йыллыҡ коллегия ултырышында күтәрелде. Быны белгестәр Ғәҙелша кеүек донъяға билдәле тәбиғәт ҡомартҡыларына бәйле булыуын, тиҫтәләп һыу бассейнын тотоуы менән аңлата. Шулай уҡ сарала былтырғы һөҙөмтәләр барланып, алда тормошҡа ашыраласаҡ проекттар билдәләнде.
«Экология» милли проекты сиктәрендә республикала сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса 10 меңдән ашыу контейнер алынған. Быйыл Стәрлетамаҡ, Туймазы, Бәләбәй һәм Ишембай райондарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса яңы объекттарға нигеҙ һалынасаҡ. Проект өсөн 9 миллиард ярым һум аҡса бүленгән. Федераль «Таҙа һауа» программаһына ярашлы, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы завод-предприятиеларының сәнәғәт ҡалдыҡтарын сығарып ташлауға бәйле саралар контролгә алынасаҡ.