Ошо уңайҙан тармаҡ уңғандарын баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев тәбрикләне. Өфө урамдарын, ихаталарҙы иртә менән тәртипкә килтереүселәргә, халыҡты хеҙмәтләндереүселәргә яуаплы һәм тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләне.
Урам йыйыштырыусылар, механиктар, трактористар, диспетчерҙар, техниктарҙың үҙ эшенә яуаплы мөнәсәбәтенән урамдарҙа, подъездарҙа һәм ҡалала тәртип һаҡлана. Тармаҡта эшләүсе 33 хеҙмәткәргә республика һәм Өфө ҡала хакимиәте Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.