Яңауылда тиҫтәнән ашыу ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды

Кирзавод урамында яңы төҙөлгән йортта адреслы программа буйынса граждандар яңы торлаҡлы булды. Авариялы торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү адреслы программаһы 2019-2023 йылдарға иҫәпләнгән. Районда халыҡты авариялы торлаҡтан яңыһына күсереү 4 этапта башҡарылған. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә 25 авариялы йорттан 485 кеше бөтә уңайлыҡтары булған яңы торлаҡҡа күсерелгән.

Бөгөн шатлығымдың сиге юҡ. Авариялы торлаҡта йәшәгәндән һуң, бөтә уңайлыҡтары булған фатир асҡыстары тапшырылды. Яңы фатирҙы ҡотлап ҡыҙым да тыуҙы.

Флорит Хафизов, Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе