Юлдашың булмаһа, район үҙәгенән алыҫ, Ырымбур өлкәһенә терәлеп кенә торған был ауылға, ысынлап та, барып етеп булмайҙыр, быға БЮТ ижади төркөмө лә инанды. Ә барып етә алғандарҙы урындағы халыҡтың ихласлығы, ҡул эштәренә оҫталығы, йыр-моңда маһирлығы, ҡунаҡсыллығы арбай. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Юлдашҡа тиклем утыҙ саҡрым буйы таушалған юлдан йонсоп килгән ҡунаҡтарҙы ауылға ингән ерҙә «Гөлнәзирә» ансамбле йыр-моң, яҡты йөҙ менән, урындағы фермер хужалары аттарҙа һыбай ҡаршы алды. Ырымбур өлкәһе менән сиктәш ауылда Ялан бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй. Егерме йылдан ашыу элек фермерлыҡ жужалығы асҡан Зәйнәғәбдиновтар башҡорт тоҡомло аттар аҫырай. Ҡымыҙ, ҡаҙы һәм башҡа йылҡы ите продукциялары эшләп һатып донъя көтәләр. Ғаиләнең йөҙ баш аты, 500 гектар сәсеүлеге бар.
Шундай татыу, тырыш ғаиләләре менән дан тота, Федоровка районының был төбәге. Тормош иптәше ат менһә, ҡатыны ла һыбай саба, уҡтан атһа, мәргәнлектә гүзәл заттар ҙа ярыша.
Айыҡ ауыл республика конкурсына мәктәптә район-ара уҡтан атыу буйынса ярыш ойошторолдо. Уҡыусылар, ҡатын- ҡыҙҙар, ир-аттар бер рәткә теҙелеп сәпкә тейҙерергә тырышты. Уҡтан атыу - Батыр ауылынан Багаевтар ғаиләһе башланғысы.
Федоровка районынан тыш «Мәргән уҡсы» ярышына Ауырғазы, Көйөргәҙе, Күмертауҙан да уҡсылар килде.
Ҡыҙҙар араһында Күмертауҙан Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт гимназия-интернатынан әле ике аҙна элек кенә ҡулына уҡ менән йәйә тотҡан уҡыусы беренселекте алды, егеттәр ҙә һынатманы.
Еңеүселәргә миҙал менән бергә татлы бүләк- умарта балы тапшырылды.
2015 йылдан бирле ауылда ағинәйҙәр ойошмаһы эшләп килә. Аҫалы балаҫ һуғыу станогы туҡтағаны юҡ, тиҙәр. Кис ултырып махсус хәрби операциялағы яҡташтарына йөн ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләйҙәр.
Ауылдаштарын сигеү серҙәренә төшөндөргән Менәүәрә Әлибаеваның йорто ҡул эштәре музейын хәтерләтә. Ул был матур шөғөлгә әсәһенән өйрәнгән. Диванды йөҙ йылдан ашыу элек әсәһе ҡулы менән сигелгән матур япма биҙәй.
Ауылда быйма баҫыу кәсебе онотолмаған. Фәиз Ташбулатов ҡунаҡтарға был еңел булмаған эштең нескәлектәрен һөйләне.
Оҫта тәүлек эсендә бер быйма баҫып бирә.
Клубта үткән концерт ябай йыр -моң кисәһе генә түгел. Әнғәм Атнабаевтың Хәлисә Багаева уҡыуында «Һеҙ ҙә иҫерһәгеҙ» шиғыры бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.
Ауылды иман нуры ташламай, мәсеттең ишеге бикләнгәне юҡ. Күбеһенсә оло йәштәгеләр ғүмер итеүсе Юлдашта никах туйҙары ла булып тора. Март айының салт аяҙ көнөндә йәштәр никахы теркәлде. Район үҙәгенән юлһыҙлыҡ айырған, тауҙар ҡуйынына һыйынып ултырған ауыл боронғо йолаларҙы ташламай йәшәгән, киләсәккә айыҡ һәм аныҡ ҡараған халҡы менән матур.
Рәмилә Исмәғилева