Ҡырымдың Рәсәй составына инеүенә 9 йыл

Был дата уңайынан Башҡортостан райондарының муниципаль кинозалдарында «Ҡырым» фильмы күрһәтелде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова таныштыра.

Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған, ә дөрөҫөрәге - ярымутрауҙың үҙ Ватанына әйләнеп ҡайтҡан көнө тарихи ваҡиға. Был иҫтәлекле датаға бөгөн туғыҙ йыл тула. Башҡортостанды Ҡырым менән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Ошо иҫтәлекле көн айҡанлы республика райондарындағы муниципаль кинозалдарында режиссер Алексей Пимановтың «Ҡырым» тулы метражлы нәфис фильмы күрһәтелде.

Билдәле булыуынса, 2014 йылдың 16 мартында Ҡырымда референдум үткәйне. Урындағы халыҡтың 96,7 проценты Рәсәй составына инеү теләген белдерҙе. «Ҡырым» фильмы тарихи ваҡиғалар фонындағы мөхәббәт хаҡында һөйләй.

Кинотаҫма Ғафури районында ла күрһәтелде. Уны ҡарарға мәктәп уҡыусылары ғына түгел, ауыл халҡы ла йыйылды.

Ҡырым яҙына арналған саралар фильм күрһәтеү менән генә сикләнмәне. Өфөнөң Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында картиналар күргәҙмәһе ойошторолдо.

Картиналар гимназия уҡыусылары тарафынан ижад ителгән. Уларҙың күптәре Ҡырым тәбиғәте һәм халыҡтар дуҫлығын сағылдыра.

Әлфинә Килдейәрова