Бөгөн гуманитар йөк оҙатылды. Яугирҙәргә төҙөлөш материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләнде. Урал аръяғынан Донбасҡа өсөнсө гуманитар колонна юлға сыҡты. Урындағы йәмәғәт башланғыстары берлеге Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһы эшҡыуарҙарын берләштерә.