Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә район-ҡалаларҙа яҙғы эштәрҙе башҡарыу менән бәйле эш планын билдәләне. Ташҡын осорона әҙерлек, ихаталарҙы һәм йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү, коронавирус инфекцияһынан ревакцинация кәрәклеге һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Флорида Ким репортажында.
20 мартта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тыуған көнөн билдәләй. Республика етәксеһе шәхсән байрамын эш шарттарында ҡаршы алып хеҙмәттәштәренән сәскә гөлләмәһе ҡабул итте. Яңы аҙна менән бәйле маҡсаттарға килгәндә, ҡар иреп юлдарҙа соҡорҙар барлыҡҡа килеү буйынса мөрәжәғәт итеүселәр артҡан - һуңғы аҙнала ғына 1200 дәғүә еткерелгән. Радий Хәбиров юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эштәрен тиҙләтергә ҡушты. Бынан тыш, төҙөлөш эше туҡтап ҡалған объекттар мәсьәләһе ҡаралды. Күмертауҙағы «Шахтер» стадионы төҙөлөшөндә ярҙам күрһәтелергә тейәш.
Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән дөйөм хәл тотороҡло , әммә төбәктә ревакцинация үткәреү кәрәклеге билдәләнде. Дауаханаларға ауыр хәлдә эләгеүселәрҙең төп өлөшө вирустан вакцина эшләтмәгән. Радий Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙарҙың көндәлеген еңелләштереү өсөн медицина ярҙамынан тыш рухи-мәҙәни саралар мөһимлегенә туҡталды. Уҙған аҙнала Өфөлә ҡыҙҙар өсөн «Бәләкәй принцессалар» балы ойошторолдо. Төбәк етәксеһе малайҙар өсөн «Бәләкәй батыр» балын уҙғарыу тәҡдимен дә индерҙе. Муниципалитет башлыҡтары был сараларҙы тейешенсә кимәлдә ойошторорға бурыслы.
Быйыл башҡорт ихаталары программаһы сиктәрендә 206 ихатаны төҙөкләндереү өсөн 1 млрд 200 млн һум аҡса бүленгән. Был сумма ярҙамында 30 муниципалитетта яңыртыу талап ителгән ихатаны тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйыла. Подъездарҙы ремонтлау мәсьәләһе лә ситтә ҡалмаясаҡ, быйыл дәүләт ярҙамы менән 752 подъезды төҙөкләндереү көтөлә.
Флорида Ким