Быйыл Өфөлә 51 йорттоң ҡыйығы алмаштырыласаҡ

Был эш капиталь ремонтҡа йыйылған аҡсаларға башҡарыла. Йәмғеһе төбәк операторы 632 йортта ете йөҙ төргә яҡын ремонт эштәре уҙғарырға иҫәп тота. Әле баш ҡалала лифттар, һыу тәьминәте һәм ҡыйыҡтар алмаштырыла башлаған.

Ағас тәүҙә янғындан һәм сереүҙән һаҡлаусы шыйыҡсы менән эшкәртелгән. Төҙөүселәр уға һуңынан һүҙ булмаһын тип ҡыҙыл буяу ҡушҡан. Сағыу төҫкә мансылған ағастың эшкәртелгәнме, юҡмы икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп торасаҡ. Улар кипкәс кенә атлама урынына беркетелә. Оҫталар 60 куб метрға яҡын ағас эшкәртәсәк. Һәм быны мөмкин тиклем тиҙерәк, ямғырҙар башланмаҫ борон хәстәрләү мөһим.

Эш барышын онлайн режимда интернет аша ла күҙәтергә мөмкин. Бынан тыш, төҙөлөштө йортта йәшәүселәр ҙә етди күҙәтеүгә алған. Таушала башлаған торлаҡта йәшәү тамам ялҡытты, шуға күрә ремонт сифатлы булырға тейеш, ти улар.

Төҙөүселәр ҡыйыҡты тағы ла бер ай эсендә яңыртырға иҫәп тота. Һуңынан фасадҡа ла сират етә. Юғиһә, үткән быуаттың алтмышынсы йылында төҙөлгән йорттоң ихата яғы бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән.

Йәмғеһе быйыл төбәк операторы Өфөлә генә 51 йорттоң ҡыйығын алмаштырыуҙы маҡсат ҡуйған. Республика буйынса өс йөҙҙән ашыу йортта ҡыйыҡ яңыртыласаҡ.

Ете йөҙ төргә яҡын эш башҡарыласаҡ. Ҡайһы бер йорттарҙа бер юлы бер нисә төр төҙөкләндереү алып барыласаҡ. Мәҫәлән был өйҙә ҡыйыҡ та, фасад та яңыртыла. Барлыҡ эштәр ҙә төбәк операторы күҙәтеүендә. Шундай уҡ халыҡ та йәлеп ителә. Уларҙың контролен үтмәйсә ремонт тамамланмай.

Олег Койда, капиталь ремонт фондының мәғлүмәт бүлеге етәксеһе

Ҡыйыҡ, һыу тәьминәте, лифттар, йылытыу селтәрҙәре һәм башҡа төр төҙөкләндереү. Капиталь ремонт буйынса төбәк программаһына ярашлы, быйыл 696 йорт яңыртыласаҡ. Әлегә төҙөүселәр ҡыш башҡара торған эштәргә генә тотонған. Иң мөһиме ҡалған эшкә ҡар яумаһын.

Айнур Кәбиров