Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына заманса техника. Бөгөн республиканың 35 дауаханаһына 65 медицина транспорты бирелде. Ашығыс медицина ярҙамы, күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты, еңел автомобилдәр асҡысын Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы. Яңы медицина техникаһының мөмкинлектәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты ауырыуҙың сирен асыҡлау, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн талап ителгән барлыҡ ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Был бигерәк тә район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан, фельдшер-акушерлыҡ пункттары булмаған ауылдар өсөн ҡулай. Медицина тикшереүе үткәрергә лә, тәүге ярҙам күрһәтергә лә мөмкин.
Был юлы бөтәһе 7 тиҫтәгә яҡын медицина транспорты тапшырылды, улар республиканың 35 дауаханаһы автопаркын тулыландырҙы. Яңы медицина техникаһы араһында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, ашығыс медицина ярҙамы машиналары, еңел автомобилдәр бар. Һәр береһенең үҙ урыны. Мәҫәлән, Өфө дауаханаларында, поликлиникаларҙа саҡырыуҙар буйынса йөрөү өсөн еңел транспорт талап ителә.
Һуңғы йылдарҙа дауаханаларҙың транспорт паркын яңыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Был үҙ сиратында төпкөлдәрҙә медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыуға, ғүмер оҙонлоғон арттырыуға булышлыҡ итә.
Был йүнәлештәге эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә. Илдең һаулыҡ министры Михаил Мурашко һуңғы видеоселектор кәңәшмәһендә Башҡортостандың коронавирус пандемияһына ҡаршы көрәшеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу буйынса 5 алдынғы төбәк исемлегенә инеүен билдәләне. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын заманса медицина автомобилдәре менән тәьмин итеү транспорт паркын яңыртыу ғына түгел. Тәү сиратта һүҙ халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, хатта кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу хаҡында бара. Сөнки яңы транспорт медицина ярҙамы талап ителгән урынға тиҙерәк барып етәсәк, икенсенән улар тәү ярҙам күрһәтеү ҡоролмалары менән тулыһынса йыһазландырылған.
Рәмзиә Кәримова