Хәрби операция биләмәһендәге бер төркөм ир-егеттәр Башҡортостанға ялға ҡайтты

40-тан ашыу яугирҙы туғандары баш ҡаланың Совет майҙанында ҡаршы алды. Хәрбиҙәр Рәсәй Геройы Генерал Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды, тыуған яҡ һауаһын һуланы. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Ҡәҙерле яҡындарын бер төркөм халыҡ Совет майҙанында көтә. Берәүҙәр милли кейемдә, кемдер шарҙар менән ҡаршылай уларҙы . Бына ниһайәт, ярты йыл көтөп алған минуттар. Таңғы офоҡта меңәрләгән саҡрым юл үткән хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән тулы автобустар уты күренә. Һалдаттар ергә баҫыу менән, туғандары ҡәҙерле кешеләренә атыла.

Һалдаттарҙы республика етәксеһе кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡаршыланы. Төбәк башлығы сәләмен еткереп, уңышлы ял теләне.

Ялға ҡайтыусылар араһында республиканың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана етәксеһе Марат Зөлҡәрнәев та бар. Офицер хәрби хеҙмәткә мобилизация сиктәрендә саҡырылған. Уҙаман бәләкәй ҡыҙын ҡулынан төшөрмәй. Һағындырған. Дарина хатта, һалдаттар менән бер сафҡа баҫып, Генерал Шайморатов һәйкәленә ҡәнәферҙәр һалды.

Һалдаттарҙың ял ваҡыты сикле - ике аҙна. Күптәренең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур эштәрҙе бойомға ашырыу буйынса үҙ пландары. Туғандар менән күрешергә лә , йыйылған йорт һәм эш мәшәҡәттәрен хәл итергә лә өлгөрөргә кәрәк.

Рәзилә Ғиниәтуллина