Ижади төркөм тамашасыға Юныс Сәфиуллиндың «Өйләнергә инде әллә?» пьесаһы буйынса комедия тәҡдим итте. Пьеса темаһы бөгөнгө көнүҙәк проблемаларҙы яҡтырта.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры һәм музыкаль яҡтан биҙәүсеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев. Сәхән әҫәрендә заманса көйҙәргә һалынған бейеүҙәрҙе лә күрергә, классик музыка ишетергә лә мөмкин. Йәш актерҙар ҡатнашҡан комедия премьераһы аншлаг менән үтеп, тамашасылар тарафынан юғары баһаланды. Уны тағы ла 30 мартта ҡарарға мөмкин.