Донъя балеты йондоҙо Рудольф Нуриевтың 85 йыллығына арналған саралар «Нуриев көндәре» ҙур гала-концерт менән тамамланды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе артистары Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттары сығыш яһаны.
Антракт ваҡытында тамашасылар театр музейы менән танышты. Унда балетмейстерҙың шәхси әйберҙәре, сәхнә костюмдары һаҡлана. Шулай уҡ музей залдарының береһендә уға арналған картиналар күргәҙмәһе үтә.