Көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта үткәрелгән байрам Өфөнөң «Евразия» агропаркында уҙҙы. Сара ҡунаҡтары күргәҙмәгә сығарылған ҡул эштәре менән танышты, тематик ихата һәм тирмәләрҙе ҡараны, спорт ярыштарында күңел асты. Республиканың күп милләтле халҡы байрамда үҙ йолаларын күрһәтте, аш-һыуы менән һыйланы. Башҡортостан исеменән «Наурыҙ» байрамында «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге сығыш яһаны.
Йола буйынса «Наурыҙ» байрамына килеүселәр былау менән һыйланды. Ошонда уҡ уны бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторолдо.