Октябрьский ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға мобиль мунсалар төҙөлә

Февраль аҙағында тәүге мобиль мунсалар Шайморатов батальоны һалдаттарына оҙатылған. Эшҡыуар Денис Хәсәнов етәкселегендә ойошторолған цехта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова булды.

Йыйыу цехында шымартыу машинаһы ярҙамында ҡораусылар хәрбиҙәр өсөн тәғәйенләнгән мобиль мунсаның каркасын шымарта. Һуңынан грунтовкалайҙар, ә өсөнсө этапта буяйҙар. Утын менән яғылған мунса ҡышҡыһын бер сәғәттә әҙер булһа, йәй ярты сәғәттә өлгөрә, ти үҙ эшенең оҫталары.

Цехта биш кешенән торған бригада эшләй. Ир-егеттәр кедр ағасынан кәрәкле дәүмәлдә таҡта ҡырҡа, мобиль мунса өсөн йүкә ағасынан өҫтәл, эскәмйәләр эшләй.

Цехта эш иртәнге сәғәт һигеҙҙә башлана. Беҙ мунсалар өсөн ишек, ләүкәләр етештерәбеҙ. Хәрбиҙәргә фронт шарттарында уңайлыҡтар тыуҙыра алыуыбыҙға шатбыҙ.

Данис Закирйәнов, цех етәксеһе

Махсус хәрби операция биләмәһенә тәүге мобиль мунса февраль аҙағында Шайморатов батальоны һалдаттарына ебәрелгән. Әлеге ваҡытта Өфөгә ҡулланыуға әҙер ике мунса оҙатылған. Улар менән бергә ошо цехта ҡоролған өс мобиль мунса март аҙаҡтарында хәрбиҙәргә махсус гуманитар ылау менән оҙатылыр, тип күҙаллана.

Беҙҙең ойошмала ике цех бар. Унда илленән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға мобиль мунсалар иң сифатлы материалдарҙан етештерелә. Мейес етештереү цехының бер өлөшөн мунсаларҙы ялан шарттарынада йөрөтөү өсөн тағылма арбалар ҡорауға йыһазландырҙыҡ.

Денис Хисамов, мобиль мунса етештереү цехы директоры

Мобиль мунсалар өсөн төрлө ҙурлыҡтағы мейестәрҙе, торба, тағылмалы арбаларҙы иретеп-йәбештереү һәм мейес цехтарында 30-ҙан ашыу хеҙмәткәр эшләй. Тимер ҡалайҙы бөгөү, мейес таштарын урынлаштырыу өсөн селтәрле фигуралар ҡырҡыу автоматлаштырылған станоктарҙа башҡарыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәр уңайлығы өсөн мобиль мунсаларға тағылмаларҙы ҡораусылар айырым тырышлыҡ һала.

Махсус хәрби опреациялағы һалдаттарға тәғәйенләнгән мобиль мунсалар тыш яҡтан яғыла. Улар хәрби-маскировкалау сеткаһы төҫөнә буялған. Бындай ярҙам һалдаттарға хәрби юлын ярайһы еңеләйтергә булышлыҡ итәсәк, тигән.

Гүзәл Борханова