«Беҙ Шәғәле Шаҡман тоҡомдары». Әбйәлил районы Ишкилде ауылында ошондай исем аҫтында фестиваль үтте. Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.
Иртәнсәктән Ишкилде ауылы эргәһендәге Ҡаратал буйы байрамса төҫ алды - тирмәләр ҡоролдо, күрше ауылдарҙан, баш ҡалананан ҡунаҡтар ҙур тамашаға йыйылды. Милли ерлектең ғөрөф‐ғәҙәттәрен сағылдырған күргәҙмәләр, шәжәрәләр урын алды.
Әбйәлилдәр республикала йыуаса әҙерләү буйынса дан алған төбәк. Байрамда 9 ауыл башҡорт халҡының милли аш һыу өлгөләренән торған күргәҙмә ойошторҙо. Уларҙы шунда уҡ әҙерләп, килгән ҡунаҡтарға йылы сәй менән ауыҙ иттерҙе.
Айыҡлыҡ ул сәләмәт тормош. Фестивальдең төп өлөшөн спорт ярыштары алып торҙо. Саңғы уҙышыу, күңелле старттар, уҡтан атыу, ҡул бысҡыһы менән түмәр бысыу кеүек уйындарҙа халыҡ әүҙем ҡатнашты. Ауырлығы 20 килоға яҡын булған суҡмарҙы ла ташлап ҡаранылар.
Ишкилде ауылы электән үҙенең ағас оҫталары менән дан тота. Йыл символы ҡуянды бензо‐бысҡы менән бер‐нисә минутта эшләп ултыртыу улар өсөн бер ни түгел. Шешҡолаҡтар урындағы балалар баҡсаһы урамын биҙәйәсәк.
19‐ сы быуат башында нигеҙ һалынған Ишкилде ауылында бөгөн 300 ашыу кеше йәшәй. Урында балалар баҡсаһы, башланғыс мәктәп, фельдшер акушерлыҡ ‐пункты, мәҙәниәт усағы эшләй. Дәртле, ауылым тип янып йөрөгән Ишкилделәр «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә 30‐ ға яҡын күләмле саралар үткәрә, айыҡлыҡты, сәләмәт тормошто пропагандалаған сараларҙа оло быуындың йәштәргә күрһәткән өлгөһө баһалап бөткөһөҙ.