Республикала “Йыл экспортеры” конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, финалда 26 компания ҡатнашҡан. Улар араһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар, ҙур ойошмалар булған. Еңеүселәр 7 номинацияла асыҡланды. Улар Бөтә Рәсәй конкурсында республика данын яҡлай.