Башҡортостанда быйыл 11 яңы урам төҙөлә

Эштәр "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы  алып барыла. Урамдарҙың күбеһе Өфөлә. Октябрьский ҡалаһында  ла төҙөлөш ҡаралған.  Яңы урамдар өсөн 850 миллион һум тотонола. Шулай уҡ федераль проектҡа ярашлы, 2024 йыл аҙағына тиклем Өфө, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында 9 инженер инфраструктураһы объектын төҙөү планлаштырылған.