Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт батальоны яугиры яҡташтарына мөрәжәғәт итте

Һине бында көтәбеҙ! Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт батальоны яугиры хәрби хеҙмәттә булған һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан өлкән яҡташтарына ошондай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте. Яугир ир-егеттәрҙе иреклеләр сафына баҫып, махсус хәрби операция мәсьәләләрен үтәүҙә ҡатнашырға саҡыра.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн ирекле өс яңы батальон булдырыла. Улар «Ватан», «Төньяҡ Амурҙары» һәм «Даян Мурзин» исемдәрен йөрөтәсәк. Батальондарҙы ойоштороу штабынан хәбәр итеүҙәренсә, ирекмәндәр сафына 60 йәшкә тиклемге ирҙәр ҡабул ителә. Кандидаттар хәрби тәжрибәһе булған һәм булмағандар, хөкөм язаһы тамамланыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре араһынан һайлап алына. Әле 300-ҙән ашыу ир-егет ил тыныслығы өсөн көрәшеүгә ризалығын белдергән.