Радиокүперҙә Наурыҙ байрамы. Көн менән төн тигеҙләшкәндә билдәләнгән төрки халыҡтар байрамы уңайынан Ҡаҙағстан Башҡортостан менән радио тулҡындары аша бәйләнешкә инде.
«Юлдаш» каналындағы йәнле аралашыу йыр-моңдар менән үрелеп барҙы. Тура бәйләнеш ярты сәғәт дауам итте. Әйткәндәй, Башҡортостанға тиклем «Ҡаҙаҡ» радиоһы Иран, Төркиә, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан илдәре менән дә радиотулҡындар менән бәйләнеш булдырған.
«Юлдаш»тар ҡунаҡ итеп эфирға Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы йорто етәксеһе менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән ҡаҙаҡ егете Ильяс Һағынбәкте махсус ҡунаҡ итеп саҡырған.