Зәйнулла Билаловтың йәштәргә, ауылдаштарына тапшыраһы аманаты, уртаҡлашыр хәтирәләре бар. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән уҙамандың булмышы хаҡында киәләһе яҙмала.
Әбүбәкер ауылының абруйлы шәхесе, аҡһаҡалы Зәйнулла Билалов тарих менән ҡыҙыҡһына, туған-тумасалары яҙмышын барлап мәҡәләләр яҙа. «Илһөйәрлек рухы һүнмәһен» уҡыуҙарында уҙамандың тиҫтә йылдар буйына йыйылған иҫтәлектәрен тамашасыға мәктәп уҡыусылары еткерҙе. Геройыбыҙ ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Һуғыш башланғанда уға ни бары 11 генә йәш була. Аслыҡтан олатаһы Вәлиулла Билалов ҡотҡара. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Зәйнулла тиҫтерҙәре менән бергәләп колхоз эшен башҡарған.
Кешене аҡыл һәм ҡул хеҙмәте биҙәй. Зәйнулла Билалов әрме хеҙмәтенә тиклем тракторсы һөнәрен үҙләштергән. Тракторсылар курсын тамамлау менән хеҙмәт юлын башлаған. 35 йылдан ашыу тыуған колхозында механик булып эшләгән. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе, «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Татыу ғаиләләр дәүләт нигеҙе. Билаловтар кеүек ышаныслы ғаиләләр - Башҡортостан терәге. Зәйнулла Билалов кеүек эшсән, булдыҡлы ир-уҙамандар булмышын хәйбуллалар үҫеп килеүсе йәштәргә өлгө итеп ҡуя .
Гүзәл Борханова