Ул бер юлы ике спорт төрө менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Тәүге дәрес күптән түгел Донъя чемпионы исемен яулаған Илсур Исхаҡов ҡатнашлығында үтте. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы таныштырыу сараһын тәүҙә сатраш уйыны ҡағиҙәләре менән таныштырып, артабан быуындарҙы яҙыусы күнегеүҙәр эшләнде.
Шахбокс талаптарына ярашлы, алыш 11 раундтан тороп, спортсылар таҡ раундта тиҙ шахмат буйынса зирәклектә көс һынашһа, йоптарында иһә оппоненттар 3 минутҡа рингҡа сыға. Кешенең интеллектуаль һәләтен асыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән гибрид спорт төрө менән һәр кем шөғөлләнә ала. Баш ҡалала асылған академия ишеге ҡыҙҙар өсөн дә асыҡ.