Башҡортостан Башлығы Ульяновск ҡалаһында Рәсәй Именлек Советының күсмә ултырышында ҡатнашты

Сара милли хәүефһеҙлек темаһына арналды. Уны Совет секретары Николай Патрушев алып барҙы. Именлек Советының күсмә ултырышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, төбәк башлыҡтары ҡатнашты. Һүҙ мәғлүмәт һәм интернет хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, яҙғы ташҡынға әҙерлек, сәнәғәт предприятиеларының эшмәкәрлеге тураһында барҙы.

Николай Патрушев белдереүенсә, интернет селтәрендәге мәғлүмәттәрҙең күбеһе мәңгелек ҡиммәттәрҙе юҡҡа сығарыуға, үҫеп килгән быуындан ҡулланыусы тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта ысын мәғәнәһендә мәғлүмәт һуғышы бара. Һәм был һуғыш алғы һыҙыҡтағынан кәм түгел, кешеләрҙең күңеленә, аңына һөжүм итә. Шуға күрә лә беҙ халыҡҡа дөрөҫлөктө еткереү өҫтөндә эшләргә, ялған мәғлүмәттәргә ҡаршы көрәшергә тейешбеҙ, тине Радий Фәрит улы.