Бөгөн - Бөтә донъя шиғриәт көнө

Ошо дата айҡанлы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала шиғриәт кисәһе үтте. Уҡыусылар менән осрашыуға шағирә, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева менән филология фәндәре кандидаты, журналист, шағирә Ләйсән Кәшфи саҡырылған. Әҙибәләр осрашыуға килеүселәргә үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Уҡыусылар прозаға битараф түгел, уларҙы авторҙарҙың ижадҡа нисек килеүе лә, ниндәй темаларға өҫтөнлөк биреүе лә, киләсәккә пландары ла ҡыҙыһындыра. Гөлназ Ҡотоева әйтеүенсә, шағир - ул замандың һулышы, ауазы. Шағир кешеләрҙең күңелен тойомлап, киләсәкте күҙаллап яҙырға тейеш, шул ваҡытта ғына уның әҫәрҙәре уҡымлы буласаҡ. Ләйсән Кәшфи ижадтан тыш эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә, ул шиғыр яҙыу күктәр тарафынан бирелгән илаһи ауаз тигән фекерҙә.