Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, был дәүләт менән хеҙмәттәшлек өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Агросәнәғәткә килгәндә әле май һатыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. 100 мең тоннаға тиклем оҙатырға мөмкин. Шулай уҡ иген оҙатыу ҡарала, тине Андрей Назаров. Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Иранда булды. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре барланды.