Башҡортостанда былтыр федераль проект буйынса 500 ауыл ғаиләһе йәшәү шарттарын яҡшыртҡан

“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына ярашлы, 2 миллиард һумға 90 социаль һәм инженер инфраструктураһы объекты төҙөлгән. Бынан тыш, ауылдарҙа биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса 130 проект тормошҡа ашырылған. “Ауыл ипотекаһы” программаһы ла әүҙем эшләй. Былтыр 2 миллиард һумға 790 льгтоталы торлаҡ кредиты бирелгән.