Мәғлүмәт киңлегендә ҙур көрәш бара. Халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткерә белергә тейешбеҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. - Халыҡ фекерен ишетергә, борсоған мәсьәләләрҙе ваҡытында күрергә кәрәк. Үҙебеҙҙең эште лә аңлатабыҙ. Был өлкәлә башҡа төбәктәр менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, - тине ул. Радий Хәбиров Ульяновскиҙа йәмғиәттә мәғлүмәти хәүефһеҙлек һәм традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау мәсьәләләре буйынса округ кәңәшмәһендә ҡатнашты.