Михаил Науменков тағы ике йыл юлаевсылар рәтендә була

"Салауат Юлаев" клубы һаҡсы менән килешеүҙе оҙайтты. Яңы контракт 2025 йылдың апрель аҙағына тиклем иҫәпләнгән. Михаил Науменков "Салауат Юлаев"ҡа 2020 йылда  ҡушылды. Уҙған миҙгелдә 6 шайба индерҙе,  18 һөҙөмтәле пас бирҙе.