Юл полицияһы “Бурыслы” операцияһын башланы

Уның барышында штраф түләмәгән водителдәр асыҡлана. “Беҙ суд приставтары менән берлектә эшләйбеҙ”, - ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хеҙмәткәре Ленар Зиннуров:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл бурысы булған 1 мең 800-ҙән ашыу водитель административ яуапҡа тарттырылған. Штрафтар тураһында мәғлүмәтте дәүләт автоинспекцияһы бүлексәләрендә, ведомствоның рәсми сайтында һәм дәүләт хеҙмәттәре порталында тикшерергә була.