Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, уҙған йылда республика мәктәптәрендә 12 теш табибы кабинеты асылған. Быйыл тағы 30 кабинет асыу маҡсаты ҡуйылған. -Бөгөн республикала 214 мәктәп стоматология кабинеты бар. Быйыл уларҙы асыу өсөн 36 миллион һум бүленде, - тине министр. Белгестәр әйтеүенсә, тештәрҙе тикшереү мөмкинлеге айырыуса ауыл мәктәптәре өсөн көнүҙәк булып тора.