Ведомство етәксеһе Айрат Рәхмәтуллин үҙен уҡытыусы булараҡ һынап ҡараны. Ул бөгөн Өфөнөң 42-се лицейында биологиянан дәрес бирҙе. “Ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе медицина уҡыу йорттарына саҡырабыҙ”, - тине министр.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн Башҡортостанда поликлиника һәм дауаханаларға 1 меңдән ашыу табип кәрәк. Бигерәк тә терапевт, педиатр, невролог һәм анестезиологтар етмәй. “Белгестәрҙе йәлеп итеү маҡсатында республикала “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаһы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Мәсәғүт, Октябрьский, Нефтекама һәм Учалы ҡалаларында медицина колледжы филиалдары асылды”, - тине Айрат Рәхмәтуллин. Был уҡыу йорттарына йыл һайын 150 студент ҡабул ителә.
Республикала “Чиновник һөнәрен алмаштыра” акцияһы 10 йыл уҙғарыла.