Унда Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы, урындағы хакимиәт вәкилдәре, төрлө компаниялар етәкселәре ҡатнашты. Йыйылышта коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен борсоған мөһим һорауҙар ҡаралды.
Форумда ҡатнашыусылар алдында Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова ла сығыш яһаны. Ул муниципалитет тарафынан грант ярҙамы күрһәтеләсәген хәбәр итте. Унда ҡатнашҡан баҡсасылыҡ ширҡәттәре 50, 70 һәм 100 мең һумлыҡ грант ярҙамына дәғүә итә аласаҡ.