БЮТ ижади төркөмө иртә менән Өфөнөң 45-се мәктәбендә яҙғы каникул алдынан ойошторолған сараларҙы күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
45-cе мәктәп алдында бөгөн айырыуса йәнлелек. Белем биреү учреждениеһы алдына иртәнге һигеҙенсе яртынан яҡтыртыу элементтары булған махсус жилеттар кейгән йәш инспекторҙар, ата-әсәләр, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инпекцияһы хеҙмәткәрҙәре йыйылған. Улар бер-нисә төркөмгә бүленеп водителдәргә, мәктәп уҡыусыларына юл ҡағиҙәләре, ата-әсәләргә балаларҙы автомобилдә махсус креслоларҙа йөрөтөү кәрәклеге тураһында иҫкәрмә буклеттар тапшыра.
Профилактик сара республика юлдарында аварияларҙы кәметеү, юл-транспорт ваҡиғаларында балалар менән бәйле үлемесле осраҡтарҙы бөтөрөү өсөн ойошторолдо. Водителдәрҙе туҡтатҡан юл инспекторҙары автомобиль салонында балалар автокреслолары ҡуйылыуға айырым иғтибар бүлде.
Балаларҙы йөрөтөү өсөн автомобиль креслоһы булмаған водителгә административ протокол төҙөлдө, ҡағиҙә боҙоусыға ике мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.
«Иғтибар - балалар!» профилактик акцияһында ҡатнашыусы экипаждар 20 марттан 7 апрелгә тиклем балалар айырыуса күп йөрөгән урындарҙы тикшерәсәк. Юл-транспорт ваҡиғаларында балалар йәрәхәтләнеүгә бәйле хәл ҡатмарлы. Аварияларҙың 58 проценты балалар ҡатнашлығында булған. Һуңғы ике айҙа ғына 16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 43 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа бер баланың ғүмере өҙөлгән, 47-һе төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған. Бындай бәхетһеҙ хәлдәргә күп осраҡта ата-әсәләрҙең вайымһыҙлығы сәбәпсе, ти инспекторҙар. Шуға ла белгестрә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, бәләкәстәрҙе махсус креслоларҙа йөрөтөргә тәҡдим итә.
Башҡортостан мәктәптәрендә башланғыс кластарҙа уҡыған малай-ҡыҙҙарға юл ҡағиҙәләре ентекле өйрәтелә. Һәр мәктәптә йәш инспекторҙар түңәрәге ойошторолған.
Мәктәптә ойошторолған асыҡ дәрестә инспекторҙар балаларҙы юлдарҙа иғтибарлы булырға, үткәүелдәрҙе сыҡҡанда ҡолаҡсындарҙы сисеп торорға, автокреслоларҙа махсус ҡайыштарҙы беркетеп йөрөргә саҡырҙы. Яҙғы каникул алдынан профилактик әңгәмә айырыуса әһәмиәтле.
Гүзәл Борханова