Салауатта күреү һәләте сикләнгән кешеләр араһында өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй беренселеге үтте

Турнирҙа илдең алты төбәге: Силәбе, Свердловск, Тверь өлкәләренән, Краснодар крайы, Удмурт Республикаһы һәм Башҡортостандан 60 спортсы ҡатнашты. Еңеүселәр командалар буйынса һәм шәхси зачеттарҙа ла билдәләнде. Ярыш Рима Баталованың хәйриә фонды ярҙамында уҙҙы. Күренекле спортсы ярышта ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһында еңеүгә ынтылыш көслө булыуын билдәләне.

Беҙ һеҙҙең менән тәүге тапҡыр ғына осрашмайбыҙ. Һәр ҡайһығыҙ өсөн пьедсталға баҫыу мөһим икәнен аңлайым. Сөнки пьдестал һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙа бар.

Рима Баталова, Дәүләт Думаһы депутаты, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы