Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» проектының тәүге этабы тамамланды

Ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөүселәр араһында өс еңеүсе билдәләнде. Ижади йәштәргә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән конкурс Башҡортостан кинематографистары союзы һәм уның Йәштәр үҙәге тарафынан ойошторолған.

Еңеүселәр араһында Артем Наговицындың фильмы ла бар. Ижади төркөм проектты тормошҡа ашырыу өсөн бер нисә ай дауамында эшләгән. 30 эш араһынан еңеүселәр рәтенә ингән иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильмдар «Родина» кинотеатрында күрһәтеләсәк. Проект кураторы һәм эксперт комиссияһы ағзаһы Роман Пожидаев билдәләүенсә, питчинг юғары кимәлдә уҙған.

Питчингта еңеүемә шатмын, үҙемә ҙур тәжрибә тупланым. Беҙгә, йәштәргә кинематограф оҫталары менән эшләү оло бәхет. Кино төшөрөү еңел түгеллегенә инандым, һәр бер бәләкәй генә деталь дә ҙур мәғәнәгә эйә, эш процесы оҙаҡ һәм ҡатмарлы.

Артем Наговицын, «Башҡортостандың йәш киноһы» проекты еңеүсеһе