Радий Хәбиров: «Нисек кенә ҡыҫырыҡламаһындар, ауыл хужалығы техникаһы, тимәк икмәк тә буласаҡ»

Радий Хәбиров 33-сө Агрокомплекс күргәҙмәһе менән танышып шулай тип белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа был сараға ҡуйылған техника араһында үҙебеҙҙә етештерелгәндәре арта ғына. Хатта тап Башҡортостанда эшләнгән тракторҙар ҙа бар. Агросәнәғәт өлкәһендәге иң күләмле форумдан Айнур Кәбиров репортажы.

Алма төшөрлөк тә урын юҡ тигәндәре тормошта бына ошолай һүрәтләнә. Күргәҙмә майҙанында бер генә метр ҙа буш ҡалмаған. Ә инде техникаға ҡарап Рәсәй генә түгел, тотош ер шарының картаһын өйрәнергә мөмкин.

Ә Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына. Шуға ҡарамаҫтан, хәҙер үҙ техникаһы бар. Күргәҙмәлә беренсе тапҡыр республикала етештерелгән Фермер тракторы ҡуйылды.

Йәмғеһе 37 төбәктән 340 компания ҡатнаша. Һәм был санкциялар менән ҡурҡытҡан көнбайышҡа лайыҡлы яуап. Тимәк икмәк тә буласаҡ, тине Радий Хәбиров .

Әлбиттә федераль үҙәктең ярҙамы ла баҫымды йырып сығырға ярҙам итә, тине төбәк башлығы. Ауыл хужалығы өлкәһе бығаса булмаған дәүләт ярҙамы ала. Һөҙөмтә күҙ алдында. Уңыш йыйыуҙа рекорд, кәштәләр тулы, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге хәстәрләнгән.

Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытыу юлдары Волга буйы федераль округының тармаҡ ведомстволары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә лә өйрәнелде. Етештереү бер, хәҙер ауыл хужалығы продукцияһын тәрән эшкәртеүҙе яйға һалыу мөһим. Радий Хәбиров аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен модернизациялауға етди иғтибар бүлергә саҡырҙы.

Айнур Кәбиров